Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте БДИ һәм төп дәүләт имтиханына әҙерләнеүҙә сығарылыш уҡыусыларына һәм уҡытыусыларға ярҙам итеү өсөн "Навигатор ГИА" булдырҙы

8 Декабрь 2020
12
0

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте һәм Федераль педагогик үлсәүҙәр институты (ФИПИ) 2021 йылда берҙәм дәүләт имтиханына һәм 2021 йылда төп дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға файҙалы материалдар буйынса навигация эшләтеп ебәрҙе. "ГИА навигаторы" Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт сайтында махсус бүлектә урынлаштырылған.

"Пандемия шарттарында уҡыу процесының бөтә ауырлыҡтарын аңлап, сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың уҡытыусылары өсөн имтихандарға әҙерләнеү маҡсатында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү өсөн ошо навигаторҙы әҙерләнек. Материалдар 2020 йылғы имтихан кампанияһы һөҙөмтәләрен һәм 2021 йылда Төп дәүләт имтиханындағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып оператив яңыртылды. Улар класта дәрестәр ойоштороу өсөн дә, дистанцион һәм үҙаллы әҙерлек өсөн дә файҙалы булыр. Бөтә сығарылыш класс уҡыусыларының да яҡшы файҙалы һәм көнүҙәк мәғлүмәткә эйә булыуы мөһим, ул уларға имтихандарға әҙерлекте ойошторорға ярҙам итәсәк ", - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте етәксеһе Әнүәр Мозаев.

"ГИА навигаторы" 2020 / 21 уҡыу йылында имтихандар үткәреү тураһында көнүҙәк мәғлүмәтте туплаған. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусыларына һәм педагогтарға Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте ресурстарында урынлаштырылған материалдарҙы ҡулланала белергә ярҙам итәсәк. Ул текстар һәм ҡыҫҡа видеороликтар менән файҙалы материалдарға һылтанмаларҙы һәм уларға аннотацияларҙы үҙ эсенә ала. Ҡулланыусыларҙың уңайлығы өсөн бөтә материалдар өс бүлеккә бүленгән: "БДИ-на әҙерләнеү өсөн материалдар", "Төп дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн материалдар" һәм "Уҡытыусылар өсөн материалдар".

Мәғлүмәт көнүҙәк үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып тулыландырыласаҡ һәм яңыртыласаҡ.

Сығанаҡ: Рособрнадзор матбуғат хеҙмәте

  • Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте БДИ һәм төп дәүләт имтиханына әҙерләнеүҙә сығарылыш уҡыусыларына һәм уҡытыусыларға ярҙам итеү өсөн