Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы

"Иң һәләтле китап уҡыусы" республика конкурсына йомғаҡ яһалды

9 Декабрь 2020
50
0

Балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү, бөйөк классиктар менән таныштырыу, йәш уҡыусыларҙың үҫеше һәм үҙе өсөн сентябрь-декабрь айҙарында яңы офоҡтар асыу маҡсатында "Иң һәләтле китап уҡыусы" республика конкурсы үтте.

Конкурста ҡатнашыр өсөн ҡыҙҙар һәм егеттәр, 1-4, 5-7 һәм 8-9 класс уҡыусылары, яратҡан китабы тураһында иллюстрация һәм яратҡан әҫәрҙәренә презентация видеоролик әҙерләне. Эксперт комиссияһының эш йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр, дипломанттар һәм призерҙар билдәләнде.

Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Конкурс номинацияларында 2 һәм 3-сө урын алған дипломанттар Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы дипломы һәм ҡиммәтле бүләк менән билдәләнәсәк.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ!

Конкурс йомғаҡтары менән ошо һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин!