Йәш быуын тамырҙары менән ҡыҙыҡһына
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы былтырғы йылдың декабрендә “Минең шәжәрәм” тип аталған республика генеологик тикшеренеүҙәр конкурсын иғлан иткәйне. Ул быйылғы йылдың сентябренә тиклем дауам итте.
Конкурста Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән 400-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ошо көндәрҙә "Минең шәжәрәм" конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде.
Эштәр өс йүнәлеш буйынса тәҡдим ителде: "Ғаилә йылъяҙмаһы" (үҙенең шәжәрәһен, шәжәрәләрен тасуирлау, уның һүрәте һәм башҡалар); "Тыуған ил тарихында минең ғаиләм" (бәләкәй Ватаныбыҙҙың тарихы аша шәжәрә тураһында мәғлүмәт); "Беҙҙең династия" (һөнәри династиялар, йәмғиәт һәм ғаилә тормошонда уның роле тасуирлана).
“Конкурста Әлшәй, Бәләбәй, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Мишкә, Туймазы, Яңауыл райондары, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалалары мәктәптәре уҡыусылары, А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте”, - тип билдәләне БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зинуров.
"Тыуған ил тарихында минең ғаиләм" номинацияһында Өфө ҡалаһының 34-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Әлиә Кашапова менән Михаил Кузнецов, А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусынан Рамаҙан Ялалов һәм Башҡорт дәүләт университетының 2-се курс студенты Диана Әхмәтханова еңеү яуланы.
"Беҙҙең династия" йүнәлешендә А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусынан Арыҫлан Юлмөхәмәтов, Өфө ҡалаһындағы М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Вероника Синицына һәм БДУ студенткаһы Татьяна Явнаяның эштәре иң яҡшыһы тип табылды.
"Ғаилә йылъяҙмаһы" номинацияһында 1-се урынды Яңауыл ҡалаһындағы 7-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Шамил Сәйфуллин, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе уҡыусыһы Ләйсән Хәмиҙуллина, Нефтекама ҡалаһының 9-сы мәктәбе уҡыусыһы Диана Фазлыева һәм Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы студенты Радэль Мөҡәтдәсов яуланы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
