Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы

Уҡыусылар араһында иң популяр башҡорт блогы исеме иғлан ителде

15 Декабрь 2020
24
0

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 2020 йылдың 16 ноябренән 11 декабренә тиклем мәктәп уҡыусылары, профессиональ белем биреү учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсын ойошторҙо.

Конкурс шарттары буйынса дәғүәсе блогы башҡорт телендә контент менән тулыландырылып, конкурстың маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килергә тейеш.

Конкурста 50-нән ашыу уҡыусы ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Конкурстың жюри ағзалары булырға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына түгел, ә шулай уҡ билдәле блогерҙар Миләүшә Хәйбуллина (@ milya _ dance), Заһит Ҡунафин (@ zagit _ kunafin) һәм Заһир Зәйнетдинов (@ Zainetdin) теләк белдерҙе. Уларҙың билдәләре буйынса конкурстың еңеүсеһе булып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 4 курс студенты Айгиз Аҫылбәков (@bashkort_asylbakov97) раҫланды. «Өмөт» номинацияһын Яныбай Хамматов исемендәге Белорет башҡорт гимназияһы 7 класс уҡыусыһы Ләйлә Үтәбаева (@leylautabaeva) һәм Әлшәй районының Никифарово ауылы мәктәбе 6 класс уҡыусыһы Яҙгөл Кәримова (@ yaz10gu) яуланы.

Мәғариф һәм фән министрлығы дипломы һәм ҡиммәтле бүләк конкурста еңеүсегә 2020 йылдың 12 декабрендә «Арт-квадрат» территорияһында уҙған «Башҡорт теле: Яңы ҡараш. 2.0» сараһында тапшырылды.

  • Уҡыусылар араһында иң популяр башҡорт блогы исеме иғлан ителде
  • Уҡыусылар араһында иң популяр башҡорт блогы исеме иғлан ителде