2020 йылдың туған телдәргә өйрәтеүсе иң яҡшы тәрбиәсенең исеме билдәле булды
Быйыл сентябрь айында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумынан һуң республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың балалар баҡсаларында туған телдәргә өйрәтеүсе тәрбиәселәр араһында республика конкурсын ойоштороу тураһында ҡарары ҡабул ителгәйне. Мәғариф һәм фән министрлығы тиҙ арала был конкурсты ойошторҙо һәм бөгөн, 2020 йылдың 18 декабрендә туған телдәргә өйрәтеүсе иң яҡшы тәрбиәсенең исеме асыҡланды.
Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогы” республика конкурсын йомғаҡлау һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте. “2020 йылдың иң яҡшы тәрбиәсеһе”, “2020 йылдың иң яҡшы өлкән тәрбиәсеһе”, “2020 йылдың иң яҡшы музыка етәксеһе”, “2020 йылдың физик тәрбиә буйынса иң яҡшы инструкторы” һәм “2020 йылдың туған телдәргә өйрәтеүсе иң яҡшы тәрбиәсеһе” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Конкурста ҡатнашҡан 62 педагогтың 11-е балалар баҡсаларында туған телдәргә өйрәтә. Улар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Мәләүез райондарында, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында эшләй. Жюри ағзалары балалар баҡсаларының иң яҡшы педагогтарын “Интернет-ресурс”, “Балалар менән педагогик сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Ата-әсәләр менән профессиональ аралашыуҙы ойоштороу һәм педагогик тәжрибәне презентациялау”, “Түңәрәк өҫтәл” кеүек конкурс һынауҙары аша билдәләне.
Шулай итеп, “Туған телдәргә өйрәтеүсе иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһында еңеүсе тип Өфө ҡалаһының Киров районы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Заһитова Айһылыу Миңлеғәли ҡыҙы танылды. Айһылыу Миңлеғәли ҡыҙының эш стажы 19 йыл, Сибай педагогия колледжын, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлаған. “Педагог-эҙләнеүсе”, “Оҫта педагог”, “Иң яҡшы электрон дәрес” конкурстары еңеүсеһе, "Балалар баҡсаһында полилингваль белем биреү" инновацион майҙансығында әүҙем эш алып бара. Айһылыу Заһитоваға һәм был номинацияла ҡатнашҡан башҡа тәрбиәселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
“Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының 88-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гуленина Наталья Валентиновна танылды. "2020 йылдың иң яҡшы тәрбиәсеһе" номинацияһында шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, сыуаш телен өйрәнеү буйынса түңәрәк алып барыусы Хромова Елена Олеговна еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Конкурсты тантаналы йомғаҡлау сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәким ҡыҙы Иванова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы етәксеһе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин, уның беренсе урынбаҫары Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы, мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Николаевна Пронина, уның урынбаҫары Эмма Фәйзи ҡыҙы Шәғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов ҡатнашты.


