Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында йыл уҡытыусыһының исеме асыҡланды

23 Март 2021
8
0

2021 йылдың 23 мартында “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2021” регион-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурста быйыл Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре мәктәптәренән 53 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар 4 марттан 20 мартҡа тиклем төрлө һынауҙарҙы үтеп сыҡтылар: “Методик оҫтахана” этабында үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән таныштырҙылар, “Дәрес” этабында онлайн форматта асыҡ дәрес бирҙеләр, “Милли кейемде презентациялау” этабында үҙҙәре йәшәгән төбәккә генә хас булған милли үҙенсәлекле костюмдарҙы күрһәттеләр йәки бай тарихҡа эйә булған милли ҡомартҡылар хаҡында һөйләнеләр. Бынан тыш, быйыл конкурста бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Мастер-класс” этабында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары – буласаҡ уҡытыусылар менән иң уңышлы тип тапҡан эш алымдары менән бүлеште. Бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел табып, уңышлы эшләй белергә тейеш. “Ата-әсәләр менән әңгәмә” ваҡытында был конкурс һынауы уҡытыусыларыбыҙҙың мәғарифтың көнүҙәк һорауҙарын яҡшы аңлауын һәм мәктәп менән ғаилә араһындағы бәйләнештәрҙең көслө икәнен күрһәтте. Һуңғы финал этабы ла бик ҡыҙыҡлы һәм актуаль булды – финалға еткән 7 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән пресс-конференция форматында ойошторолдо. Финалистарға жюри ағзалары ғына түгел, киң йәмәғәтселек тә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды. Һорауҙар Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, Ҡытайҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ, лингвист Рәйсә Яруллина, “Һеңлекәш” фильмында төп ролдә уйнаусы Арыҫлан Ҡырымсурин һәм шулай уҡ журналистарҙан, студенттарҙан, уҡытыусыларҙан, ата-әсәләрҙән видео аша бирелде.

Шулай итеп, бер ай һуҙымында барған көсөргәнешле конкурстың еңеүсеһе тип Өфө районы Советтар Союзы Геройы А.С. Пикунов исемендәге Дорогино ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафетдинова Таңсулпан Рәмил ҡыҙы табылды.

Конкурстың лауреаттары исеменә 4 уҡытыусы лайыҡ булды. Улар:

Тимерғәлиева Светлана Иван ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡытыусыһы;

Фәтхетдинова Фәнилә Әсхәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уҡытыусыһы;

Камалова Руфина Зәки ҡыҙы, Дүртөйлө ҡалаһы Башҡортостан Республикаһы халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы;

Яруллина Рима Ким ҡыҙы, Өфө ҡалаһы М. Искужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыһы.

Күп кенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары махсус приздарға лайыҡ булды һәм номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты  уҡытыусыһы Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙына һәм Илеш районы Ишҡар ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Саҙретдинова Гүзәл Мөнәүир ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Клара Мырҙағәле ҡыҙына шулай уҡ Республика ата-әсәләр комитетының махсус бүләге тапшырылды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының В. А. Сухомлинский исемендәге “Йөрәгемде балаларға бирәм” миҙалы менән Баймаҡ районы Түбә урта мәктәбе уҡытыусыһы Исхаҡова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы бүләкләнде.

Күрше өлкәләрҙә башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур көс һалған милләттәштәребеҙгә айырыуса иғтибар бүленде: “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында билдәләнде. Улар - Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Сөләймән урта мәктәбе уҡытыусыһы Садыҡов Жәлил Фәйрүз улы, Силәбе өлкәһе Сосновка районы Сирүси урта мәктәбе уҡытыусыһы Сәйеҙғалина Лариса Әбүбәкер ҡыҙы, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бүре урта мәктәбе уҡытыусыһы Әбдрәхимова Ләйсән Альберт ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа ойоштороу комитеты эш стаждары 5 йылға тиклем булған йәш уҡытыусылар араһында айырым еңеүселәрҙе билдәләй. Быйыл “Педагогик өмөт” номинацияһында Өфө ҡалаһы 99-сы мәктәбе уҡытыусыһы Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙы һәм Стәрлетамаҡ районы Бельский ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Суюнов Нәғим Фаат улы билдәләнде.

“Ватанымда – хәҡиҡәт” номинацияһында еңеүсе тип ике уҡытыусы табылды: Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Ибраһимова Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы уҡытыусыһы Баймырҙина Римма Фәйзулла ҡыҙы.

«Педагогик эшмəкəрлектə инновациялар» номинацияһында еңеүселәр: Иглин районы Меңйетәр ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Яҡупова Лилиә Наил ҡыҙы, Өфө ҡалаһы сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәп уҡытыусыһы Һағынбаева Эльвира Йәлил ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 58-се лицейы уҡытыусыһы Ғәзизова Әлфиә Рәүф ҡыҙы.

Өс уҡытыусы Башҡорт дәүләт университетының махсус призына лайыҡ булды: F.Əлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Хоҙайбирҙина Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы, Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәхмәтова Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 44-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Әмирова Айһылыу Камил ҡыҙы.

Конкурсты ябыу тантанаһы алдынан Интернет селтәрендә тауыш биреү аша киң йәмәғәтселек финалда ҡатнашҡан 7 конкурсант араһынан “Тамашасылар һөйөүен яулаусы” уҡытыусыны билдәләне. Был махсус призға Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ибраһимова Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы лайыҡ булды.

Матур һөҙөмтәләргә ирешкән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ. Уларға яңы асыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында йыл уҡытыусыһының исеме асыҡланды
  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында йыл уҡытыусыһының исеме асыҡланды
  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында йыл уҡытыусыһының исеме асыҡланды